Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2019, 12:35

Бал косметикаһы

Бал косметикала йыш ҡулланыла. Бит һәм муйын тиреһен тәрбиәләүҙә балдан эшләнгән маскалар бигерәк тә файҙалы: улар тирене баланыҡы кеүек итеп йомшарта, туҡландыра, тонусты күтәрә, биткә саф тѳҫ бирә. Баллы маскаларҙы йыш ҡулланғанда, йѳҙҙәге ҡытыршылыҡтар шымарып, һырҙар яҙылып китә. Ошоно иҫәпкә алып, бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.Ҡоро тире ѳсѳнӘгәр ҙә биттә, муйында һырҙар барлыҡҡа килә башлаһа, иҙелгән йомортҡа һарыһына бер аш ҡалағы бал һалып бутарға ла 15-20 минутҡа биткә һыларға кәрәк. Аҙаҡ бүлмә температураһындағы һыу менән йыуып тѳшѳрѳргә. Аҙнаһына 2-3 тапҡыр даими рәүештә эшләргә.Ҡоро һәм уртаса ҡоролоҡтағы тире ѳсѳн100 г бал, 25 мл спирт, 25 мл ҡайнаған һыуҙан йәки 100 г балға 1 лимон йәиһә 100 мл ҡайын еләге һуты ҡушып эшләнгән маска ла ҡоро, уртаса тирегә файҙалы. 15 минуттан һуң битте йылы һыу менән һабынһыҙ йыуырға.Йомортҡаның һарыһын ике сәй ҡалағы үҫемлек майы, яртышар ҡалаҡ алма һуты һәм бал һалып иҙергә. Йылымыс йүкә сәскәһе тѳнәтмәһе менән битте йыуғандан һуң, әлеге ҡатнашманы 5-7 минут аралыҡ менән ике тапҡыр һѳртѳргә кәрәк. 10-15 минуттан һуң, һыуынған тѳнәтмәгә манып, мамыҡ менән йыуып алырға.Ике аш ҡалағы балға бер аш ҡалағы лимон һуты һалып эшләнгән маска ла бик һәйбәт. Уны 10 минуттан һуң һалҡын һыу менән йыуып тѳшѳрѳргә.50 г аҡ онға 1 йомортҡаның ағын һәм 1 балғалаҡ бал һалып бутарға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы биткә һыларға ла 15 минут тотҡандан һуң йылы һыу менән йыуырға кәрәк.Уртаса ҡәҙимге тире ѳсѳнИке аш ҡалағы онға бер йомортҡаның ағын, 1 балғалаҡ бал һалып, ныҡ итеп бутарға. Ҡамырға оҡшаған был ҡатнашманы биткә, муйынға һылап, 10-15 минут тотҡандан һуң йылы һыу менән йыуып тѳшѳрѳргә.Майлы тире ѳсѳнБыл осраҡта бал менән ҡырғыс аша үткәрелгән яңы эремсекте ҡушып маска эшләйҙәр. Уның ѳсѳн бер аш ҡалағы эремсек һәм ярты сәй ҡалағы бал һалып бутайҙар ҙа биткә һылайҙар. 20 минуттан һуң йылы һыу менән һаҡ ҡына йыуып алалар. Эремсектең еңелсә эҫелеге тирене тарттыра, уны сафландырып, матурлап ебәрә, ә аҡһымы менән бал тирене туҡландыра, тонусын күтәрә, уға сәләмәт тѳҫ бирә.

Бал косметикала йыш ҡулланыла. Бит һәм муйын тиреһен тәрбиәләүҙә балдан эшләнгән маскалар бигерәк тә файҙалы: улар тирене баланыҡы кеүек итеп йомшарта, туҡландыра, тонусты күтәрә, биткә саф тѳҫ бирә. Баллы маскаларҙы йыш ҡулланғанда, йѳҙҙәге ҡытыршылыҡтар шымарып, һырҙар яҙылып китә. Ошоно иҫәпкә алып, бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Ҡоро тире ѳсѳнӘгәр ҙә биттә, муйында һырҙар барлыҡҡа килә башлаһа, иҙелгән йомортҡа һарыһына бер аш ҡалағы бал һалып бутарға ла 15-20 минутҡа биткә һыларға кәрәк. Аҙаҡ бүлмә температураһындағы һыу менән йыуып тѳшѳрѳргә. Аҙнаһына 2-3 тапҡыр даими рәүештә эшләргә.
Ҡоро һәм уртаса ҡоролоҡтағы тире ѳсѳн100 г бал, 25 мл спирт, 25 мл ҡайнаған һыуҙан йәки 100 г балға 1 лимон йәиһә 100 мл ҡайын еләге һуты ҡушып эшләнгән маска ла ҡоро, уртаса тирегә файҙалы. 15 минуттан һуң битте йылы һыу менән һабынһыҙ йыуырға.Йомортҡаның һарыһын ике сәй ҡалағы үҫемлек майы, яртышар ҡалаҡ алма һуты һәм бал һалып иҙергә. Йылымыс йүкә сәскәһе тѳнәтмәһе менән битте йыуғандан һуң, әлеге ҡатнашманы 5-7 минут аралыҡ менән ике тапҡыр һѳртѳргә кәрәк. 10-15 минуттан һуң, һыуынған тѳнәтмәгә манып, мамыҡ менән йыуып алырға.Ике аш ҡалағы балға бер аш ҡалағы лимон һуты һалып эшләнгән маска ла бик һәйбәт. Уны 10 минуттан һуң һалҡын һыу менән йыуып тѳшѳрѳргә.50 г аҡ онға 1 йомортҡаның ағын һәм 1 балғалаҡ бал һалып бутарға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы биткә һыларға ла 15 минут тотҡандан һуң йылы һыу менән йыуырға кәрәк.
Уртаса ҡәҙимге тире ѳсѳнИке аш ҡалағы онға бер йомортҡаның ағын, 1 балғалаҡ бал һалып, ныҡ итеп бутарға. Ҡамырға оҡшаған был ҡатнашманы биткә, муйынға һылап, 10-15 минут тотҡандан һуң йылы һыу менән йыуып тѳшѳрѳргә.
Майлы тире ѳсѳнБыл осраҡта бал менән ҡырғыс аша үткәрелгән яңы эремсекте ҡушып маска эшләйҙәр. Уның ѳсѳн бер аш ҡалағы эремсек һәм ярты сәй ҡалағы бал һалып бутайҙар ҙа биткә һылайҙар. 20 минуттан һуң йылы һыу менән һаҡ ҡына йыуып алалар. Эремсектең еңелсә эҫелеге тирене тарттыра, уны сафландырып, матурлап ебәрә, ә аҡһымы менән бал тирене туҡландыра, тонусын күтәрә, уға сәләмәт тѳҫ бирә.
Читайте нас: