Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2019, 11:50

Эремсек дауалай

Халыҡ медицинаһында эремсек ҡулланыла торған рецептар аҙ түгел. Мәҫәлән, уны диетаға ултырғанда, шәкәр сире, бауыр ауырыуҙары, остеопороз ваҡытында ашарға ҡушалар. Эремсекте йәшел тәмләткестәр, йәшелсә-емеш менән ашау файҙалы. Әйтәйек, ашҡаҙан аҫты биҙендә тайпылыштар бар икән, эремсеккә 1 балғалаҡ кипкән тут ағасы (шелковица) япрағы һалып ашарға кәрәк.Бронхит ваҡытында йылы эремсеккә бал һалып болғаталар һәм шуны күкрәк тапҡырына ҡуялар. Бындай компресты быуындар ауыртҡанда, радикулит борсоғанда ла файҙаланалар.Күҙ ҡыҙара, кибә икән, эремсекте марляға тѳрѳп, күҙгә ҡуялар. Ѳйҙә эшләнгән эремсекте ҡулланыу яҡшыраҡ.Ирен ярылғанда, ауыҙ тирәһендә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килгәндә, эремсеккә тигеҙ күләмдә кишер һуты ѳҫтәп болғаталар һәм проблемалы урынға ҡуялар.

Халыҡ медицинаһында эремсек ҡулланыла торған рецептар аҙ түгел. Мәҫәлән, уны диетаға ултырғанда, шәкәр сире, бауыр ауырыуҙары, остеопороз ваҡытында ашарға ҡушалар.
Эремсекте йәшел тәмләткестәр, йәшелсә-емеш менән ашау файҙалы. Әйтәйек, ашҡаҙан аҫты биҙендә тайпылыштар бар икән, эремсеккә 1 балғалаҡ кипкән тут ағасы (шелковица) япрағы һалып ашарға кәрәк.Бронхит ваҡытында йылы эремсеккә бал һалып болғаталар һәм шуны күкрәк тапҡырына ҡуялар. Бындай компресты быуындар ауыртҡанда, радикулит борсоғанда ла файҙаланалар.Күҙ ҡыҙара, кибә икән, эремсекте марляға тѳрѳп, күҙгә ҡуялар. Ѳйҙә эшләнгән эремсекте ҡулланыу яҡшыраҡ.Ирен ярылғанда, ауыҙ тирәһендә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килгәндә, эремсеккә тигеҙ күләмдә кишер һуты ѳҫтәп болғаталар һәм проблемалы урынға ҡуялар.
Читайте нас: