Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2019, 13:35

Межгорье "Пауза"лары - беренсе!

Рәсәйҙәге Театр йылына арналған “Театрлы Волга буйы” Волга буйы федераль округы йәштәр фестиваленең төбәк-ара этабы тамамланды.

Рәсәйҙәге Театр йылына арналған “Театрлы Волга буйы” Волга буйы федераль округы йәштәр фестиваленең төбәк-ара этабы тамамланды.
14 төбәктән 28 ижади төркөм иң яҡшы студент һәм мәктәп театры исемдәре өсөн көрәште. Спектаклдәрен 100 меңдән ашыу кеше ҡарап, үҙ баһаһын бирҙе.
Башҡортостан данын М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның “Ҡорос” халыҡ һәм Межгорье ҡалаһынан “Пауза” өлгөлө балалар театрҙары яҡланы. Уларҙың икеһе лә төбәк-ара этаптың еңеүселәре титулына лайыҡ булып, финалда тауыш йыйыу хоҡуғын алды. Кисә-бөгөн дауам иткән тауыш йыйыуҙа “Пауза” өлгөлө театры алдынғылыҡты бирмәне. Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың башланғысы менән бойомға ашырылған “Театрлы Волга буйы” йәштәр фестивален ябыу тантанаһы Өфөлә Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда уҙҙы. “Ҡорос” халыҡ театры Мостай Кәримгә арналған “Һинән башҡа донъям япа-яңғыҙ” спектакленән өҙөк тәҡдим итте, “Пауза”, “Тылсымлы рампа”, “Бим-бом” театрҙары сағыу сығыштары менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.
30 ноябрҙә күләмле проектҡа тантаналы рәүештә йомғаҡ яһалды. Йәш актерҙарҙы видео аша Рәсәйҙең халыҡ артисы Андрей Соколов, билдәле йондоҙ, ТНТ каналында барған “Универ”, “Сашатаня” ситкомдары аша таныш булған Андрей Гайдулян сәләмләне.
“Иң яҡшы мәктәп театры” номинацияһында еңеү яулаған “Пауза” театры башҡарыуындағы “Емеля-Лодырь хаҡында әкиәт”е йәш сәхнә әһелдәренең уйнау оҫталығы, хис-тойғо ихласлығы менән тамашасыны әсир иткән.
Читайте нас: