Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2019, 13:40

Йәшәү өсөн мөһим ҡайһы бер дарыуҙар наркотиктарға тиңләштерелде

Рәсәйҙә 1 декабрҙән көслө тәьҫирле препараттарҙың исемлеге киңәйтелде. Уға өс аптека дарыуы өҫтәлде. Рәсәй Хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев 7 июндә үк тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.

Көслө тәьҫир иткән матдәләр исемлеге өс препаратҡа тулыланды.Прегабалин, тапентадол һәм тропикамид йәшәү өсөн кәрәкле дарыуҙар исемлегенә инә, ләкин йыш ҡына наркотиктар булараҡ ҡулланыла.
РИА Новости хәбәр итеүенсә, хоҡуҡ һаҡлаусылар мәғлүмәттәре буйынса, был дарыуҙар 2013 йылдан популярлыҡ яулай башланы: улар менән сауҙа итеү 20 тапҡырҙан ашыуға артты. Тәүҙә уларҙы мөҙҙәтһеҙ рецептар буйынса һаттылар, ләкин 2015 йылдан бер тапҡыр яҙылған рецептар буйынса ғына бирә башланылар.
Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 234-се «Һатыу маҡсатында көслө тәьҫирле йәки ағыулы матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше» статьяһында наркотик йәки психотроп булмаған көслө тәьҫирле йәки ағыулы матдәләрҙе рөхсәтһеҙ әҙерләгән, эшкәрткән, һатып алған, һаҡлаған, ташыған, шулай уҡ законһыҙ һатҡан өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Закон боҙоусыларға һигеҙ йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү һәм 200 мең һумғаса штраф янай.
http://www.bashinform.ru/news/1385537-v-rossii-tri-zhiznenno-neobkhodimykh-lekarstva-priravnyali-k-narkotikam/
фото: volga-kaspiy.ru
Читайте нас: