Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2019, 17:00

Яңы ҡанундар үҙ кѳсѳнә инде

2019 йылдың 1 декабренән Рәсәйҙә бер нисә яңы ҡанун үҙ кѳсѳнә инде.

2019 йылдың 1 декабренән Рәсәйҙә бер нисә яңы ҡанун үҙ кѳсѳнә инде. Ҡыштың тәүге кѳнѳнән автомобилдәр мотлаҡ ҡышҡы “шип”тарҙа эксплуатацияланырға тейеш. Ғѳмүмән, ҡарлы миҙгелдә автомобилдәрҙе “йәбешкәк”һеҙ йә шипһыҙ ҡулланыу тыйыла.
2 декабргә тиклем һәр гражданин үткән йыл ѳсѳн һалымдарын, шул иҫәптән транспорт һалымын да, түләргә тейеш.
1 декабрҙән мотлаҡ тамғаланырға тейешле продукция исемлеге киңәйтелде. Хәҙер хушбуй, фотокамералар, ҡайһы бер кейем-һалым, шиналар һәм урын-ер ҡаралдыһы мотлаҡ рәүештә маркировкаланасаҡ.
Читайте нас: