Унда ҡаланың 16-сы, 17-се, 18-се, Тимер юл, Ломовка мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Улар биология, география, физика, химия, йәмғиәтте өйрәнеү, информатика фәндәре буйынса практик күнегеүҙәр эшләне, уҡытыусылар ярҙамында мәсьәләләр систе.
- Бындай семинарҙарҙың тағы ике тапҡыр үткәрелеүе күҙаллана. Улар туғыҙынсыларға киләсәк имтихандарында, һис шикһеҙ, ярҙам итәсәк. Ни өсөн тигәндә, ҡайһы берҙәре үҙ мәктәбендә теманы аңламай ҡалыуы ихтимал, ә бында бергәләп, төрлө алымдар менән ҡатмарлы мәсьәлә-ләр сисәбеҙ. Сөнки һәр уҡытыусының үҙ уҡытыу алымы, - тине гимназияның биология фәне уҡытыусыһы Илүзә Ғарифулла ҡыҙы Шәғәлина.