Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2019, 11:05

Яңы китап сыҡты

Бирҙеғол ауылы ҡыҙы, әлеге ваҡытта Учалы ҡалаһында йәшәгән шағирә, хикәйәләр оҫтаһы, Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Сәлиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Ғатауллинаның "Һин китәһең, мин ҡалам" исемле китабы донъя күрҙе.Быға тиклем уның үҙнәшер ысулы менән «Үтмә әле, ғүмер!» исемле китапсығы, Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Балҡыштар-2018» исемле әҙәби-нәфис электрон баҫмаһы сыҡҡайны. Сәлиә Ғәлиәхмәт ҡыҙының "Ағиҙел" журналында, Белорет, Учалы район гәзиттәрендә шиғырҙары, хикәйәләре баҫылып тора. "Һин китәһең, мин ҡалам", "Балан балланды, балам" кеүек әҫәрҙәрен бигерәк тә әҙәбиәт һөйөүселәр һәм тәнҡитселәр ыңғай баһаланы. Яҡташыбыҙҙы ҡотлап, артабан да илһам шишмәһе кәмемәһен, яңынан-яңы шиғырҙар, хикәйәләр ижад итеп, уҡыусыларын ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ.

Бирҙеғол ауылы ҡыҙы, әлеге ваҡытта Учалы ҡалаһында йәшәгән шағирә, хикәйәләр оҫтаһы, Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Сәлиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Ғатауллинаның "Һин китәһең, мин ҡалам" исемле китабы донъя күрҙе.
Быға тиклем уның үҙнәшер ысулы менән «Үтмә әле, ғүмер!» исемле китапсығы, Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Балҡыштар-2018» исемле әҙәби-нәфис электрон баҫмаһы сыҡҡайны. Сәлиә Ғәлиәхмәт ҡыҙының "Ағиҙел" журналында, Белорет, Учалы район гәзиттәрендә шиғырҙары, хикәйәләре баҫылып тора. "Һин китәһең, мин ҡалам", "Балан балланды, балам" кеүек әҫәрҙәрен бигерәк тә әҙәбиәт һөйөүселәр һәм тәнҡитселәр ыңғай баһаланы.
Яҡташыбыҙҙы ҡотлап, артабан да илһам шишмәһе кәмемәһен, яңынан-яңы шиғырҙар, хикәйәләр ижад итеп, уҡыусыларын ҡыуандырып тороуын теләйбеҙ.
Читайте нас: