Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2019, 18:50

Мутлашыусыларға 2,5 млн. һум аҡса күсергән

Белоретта йәшәгән 44 йәшлек ханымға Мәскәү ҡалаһы номерынан шылтыратҡандар һәм үҙҙәрен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип таныштырғандар.

Белоретта йәшәгән 44 йәшлек ханымға Мәскәү ҡалаһы номерынан шылтыратҡандар һәм үҙҙәрен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип таныштырғандар.
«Финанс хәүефенән» ҡасыу өсөн тиҙ арала бөтә аҡсаны башҡа иҫәптәргә күсерергә кәрәк, тигәндәр уға. Ханым төндә банкоматҡа йүгергән. 12 сәғәт эсендә ул мутлашыусыларға 2,5 миллион һум аҡса күсергән.Айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Читайте нас: