Рәсәй Президенты Владимир Путин балаларҙы ағай-апайҙары уҡыған башланғыс мәктәпкә, шулай уҡ баҡсаларға өҫтөнлөклө ҡабул итеү хоҡуғын биргән законға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, бер ғаиләлә, уртаҡ торлаҡта йәшәгән балалар ағаһы йәки апаһы уҡыған дәүләт һәм муниципаль мәғариф ойошмаларына мәктәпкәсә һәм башланғыс дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡырға алыныуҙа өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә.
Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән бындай сара ишле ғаилә институтын үҫтереүгә һәм нығытыуға булышлыҡ итәсәк, баланың лайыҡлы тәрбиәгә һәм тулы ҡиммәтле үҫешкә хоҡуғын тәьмин итәсәк, тип күҙаллана.