Дәүләт Йыйылышы депутаттары декабрь айындағы ултырышта уҡ яңы закон ҡабул итергә уйлай. Депутаттар бына ниндәй штрафтар индерергә теләй:— граждандарға 1-2 мең, ҡабаттан боҙған осраҡта, 3-4 мең;— вазифалы кешеләргә 5-10 мең, ҡабаттан боҙған осраҡта 15-20 мең;— юридик берәмектәргә 20-30 мең, ҡабаттан боҙған осраҡта, 35-50 мең.Шул рәүешле депутаттар күптән өлгөрөп еткән мәсьәләне хәл итергә өмөтләнә, сөнки контейнерҙар янында торған автомобилдәр сүп-сарҙы сығарырға мөмкинлек бирмәй.