Ошо кѳндәрҙә район-ҡала мәктәптәрендә сығарылыш класс уҡыусыларын Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләү йәһәтенән зональ семинарҙар уҙҙы. Һәр йылдағыса ҡаланың 21-се мәктәбе лә был саранан ситтә ҡалманы. “Сығарылыш класс уҡыусыларын Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләүҙә актуаль һорауҙар” тип аталған практик дәрестәрҙә Мәғариф идаралығы вәкилдәре, 21-се, 8-се, 13-сѳ, 10-сы мәктәп, Абҙаҡ мәктәбе уҡыусылары, шулай уҡ биология, химия, информатика һәм мәғлүмәти-бәйләнеш технологиялары, йәмғиәтте ѳйрәнеү, география, инглиз теле, физика фәндәре уҡытыусылары ҡатнашты.
Семинарҙа күренеүенсә, йыл аҙағында имтихан тотасаҡ мотлаҡ предметтарҙан тыш, күңеленә оҡшаған йәнә ике фәнде туғыҙҙар күптән һайлаған: ҡыҙҙар йышыраҡ инглиз, биология, география, химия кеүек фәндәргә ѳҫтѳнлѳк бирһә, егеттәр физика, йәмғиәтте ѳйрәнеү, компьютер һәм мәғлүмәти-бәйләнеш технологияларын үҙ итә икән.
- Бының ише консультациялар йылына бер нисә тапҡыр уҙа. Уларҙың һәр ҡайһыһына ҙур теләк менән йѳрѳйбѳҙ. Үткән имтихандарҙың һѳҙѳмтәләренән, хаталарынан сығып ойошторолған практик дәрестәр, минеңсә, уҡыусылар ѳсѳн дә, тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән уҡытыусыларға ла бик файҙалы. Үҙем үткәргән дәрестәрҙә егеттәрҙең әүҙемлеге, тырышлығы, етдилеге һоҡландыра, - ти Абҙаҡ мәктәбенең физика уҡытыусыһы Хәтижә Бәхти ҡыҙы Ғайсина.
Семинар һуңында педагогтарҙың “түңәрәк ѳҫтәл”гә йыйылып фекер алышыуы иһә тәжрибә туплау, һѳнәри үҫеш йәһәтенән отошло.