Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2019, 18:15

Ришүәт алыу - гонаһ эш

Башҡортостанда ришүәттең уртаса күләме 170 мең һум, ти республиканың тәфтиш комитеты башлығы Денис Черняев Башҡортостан дәүләт теле-радио компанияһына биргән интервьюла.

Башҡортостанда ришүәттең уртаса күләме 170 мең һум, ти республиканың тәфтиш комитеты башлығы Денис Черняев Башҡортостан дәүләт теле-радио компанияһына биргән интервьюла.
Уның әйтеүенсә, коррупция - тѳбәктең иң тѳп проблемаларының береһе; был енәйәти ғәмәл етәкселекте генә түгел, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүселәрҙе лә ымһындырмай ҡалмай икән.
2019 йылда ришүәткә бәйле 350-нән ашыу енәйәт эше ҡуҙғатылған, шуларҙың береһендә тѳп фигурант - федераль түрә.
Мәғлүмәт gorobzor.ru сайтынан
Читайте нас: