Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2019, 18:40

Мөғжизә булманы, сабый дауаханала йән бирҙе

Белорет үҙәк район дауаханаһы табиптары бер аҙна буйына ата-әсәһе менән бергә аварияла зыян күргән биш айлыҡ Фәрхәттең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәште.

Белорет үҙәк район дауаханаһы табиптары бер аҙна буйына ата-әсәһе менән бергә аварияла зыян күргән биш айлыҡ Фәрхәттең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәште.
Сабый үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылғайны. Кисә баланың үлеме хаҡында билдәле булды.Авария 2 декабрҙә теркәлгән. Өфө - Белорет трассаһында Nissan Almera һәм Nissan Bluebird бәрелешкән. Ул саҡта биш кеше дауаханаға оҙатылған. Аварияла кемдең ғәйепле икәне һаманғаса билдәһеҙ.Сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: