Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2019, 11:05

Путин Зеленский менән осрашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Владимир Зеленский менән осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Владимир Зеленский менән осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.
Ике ил лидерҙарының беренсе һөйләшеүҙәре Париждағы Елисей ҙарайында уҙған "Норманд форматындағы" саммит барышында уҙҙы. Быға тиклем Президенттар осрашҡаны юк ине, бер нисә тапҡыр телефон аша ғына аралаштылар.
"Яҡшы, ҡәнәғәт", — тине Путин журналистарға Зеленский менән һөйләшеү һөҙөмтәләре тураһындағы һорауға яуап биреп.
Үҙ сиратында, Украина президентының матбуғат секретаре ла һөйләшеүҙәр "бик уңышлы" үтте, тип белдерҙе.
Елисей һарайында Путин менән Зеленскийҙың осрашыуы 15 минут дауам итте. Президенттар газ мәсьәләһе буйынса ла фекер алыштылар. Осрашыуҙа "Нафтогаз"дың башҡарма директоры Юрий Витренко ҡатнашты. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Мәскәү һәм Киев һөйләшеүҙәрҙе дауам итергә килештеләр.
Рәсәй, Франция, Германия һәм Украина лидерҙарының беренсе осрашыуы 2014 йылдың июнендә үткән ине, һуңыраҡ бул "нормандский" тип йөрөтөлә башланы.
фото: kremlin.ru
#ВладимирПутин
Читайте нас: