Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2019, 11:05

Уңыштары менән ҡыуандыралар

Октябрь-ноябрь айҙары Сермән сәнғәт мәктәбе ѳсѳн матур ваҡиғаларға бай булды.Абҙаҡта үткән “Бейеү планетаһы” V Бѳтә Рәсәй хореография фестивалендә “Йондоҙ” бейеү тѳркѳмѳ солисы Карина Абдрахманова менән Алиса Исламова (етәкселәре Елена Николаевна Ағзамова) (һулдан уңға) I дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Силәбе ҡалаһында үткән Халыҡ-ара милли культура, фольклор һәм хәҙерге заман сәнғәте конкурсында ла йондоҙсоҡтарыбыҙ һынатманы - II урын яулап, лауреат булдылар. Шул уҡ конкурста тѳркѳм етәксеһе Елена Николаевна испан бейеүе менән II урын һәм лауреат исеме алып ҡайтты.Ә инде бер нисә кѳн элек “Йондоҙ” тѳркѳмѳ Ѳфѳлә “Дуҫлыҡ биҙәктәре” Республика конкурсы лауреаты булды.Беҙ “Йондоҙ” тѳркѳмѳнә, уның етәксеһе Елена Николаевнаға яңынан-яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ һәм ата-әсәләр исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай уҡ Сермән сәнғәт мәктәбе администрацияһына, бағыусыбыҙ - “Үлсәү приборҙары заводы” йәмғиәте директоры Максим Сергеевич Копытовҡа, урынбаҫары Ринат Дарим улы Мәғәфүровҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм матур хеҙмәттәшлек артабан да дауам итер тип ышанабыҙ.Регина Мағазова,Сермән сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәре.

Октябрь-ноябрь айҙары Сермән сәнғәт мәктәбе ѳсѳн матур ваҡиғаларға бай булды.
Абҙаҡта үткән “Бейеү планетаһы” V Бѳтә Рәсәй хореография фестивалендә “Йондоҙ” бейеү тѳркѳмѳ солисы Карина Абдрахманова менән Алиса Исламова (етәкселәре Елена Николаевна Ағзамова) (һулдан уңға) I дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Силәбе ҡалаһында үткән Халыҡ-ара милли культура, фольклор һәм хәҙерге заман сәнғәте конкурсында ла йондоҙсоҡтарыбыҙ һынатманы - II урын яулап, лауреат булдылар. Шул уҡ конкурста тѳркѳм етәксеһе Елена Николаевна испан бейеүе менән II урын һәм лауреат исеме алып ҡайтты.Ә инде бер нисә кѳн элек “Йондоҙ” тѳркѳмѳ Ѳфѳлә “Дуҫлыҡ биҙәктәре” Республика конкурсы лауреаты булды.Беҙ “Йондоҙ” тѳркѳмѳнә, уның етәксеһе Елена Николаевнаға яңынан-яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ һәм ата-әсәләр исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай уҡ Сермән сәнғәт мәктәбе администрацияһына, бағыусыбыҙ - “Үлсәү приборҙары заводы” йәмғиәте директоры Максим Сергеевич Копытовҡа, урынбаҫары Ринат Дарим улы Мәғәфүровҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм матур хеҙмәттәшлек артабан да дауам итер тип ышанабыҙ.Регина Мағазова,Сермән сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәре.
Читайте нас: