Учалы тау сәнәғәте колледжы биләмәһендә урынлашҡан экопост тау-байыҡтырыу комбинатының дүрт маркер матдәләренә мониторинг үткәрәсәк.
Көкөрт диоксиды, углерод, азот оксидтары, азот диоксиды һәм төрлө фракциялағы саңдарҙың күләмен газоанализатор тип аталған прибор билдәләйәсәк.
- Экологик пост предприятиеға һауалағы зарарлы матдәләрҙең концентрацияһы үҙгәреүен асыҡлап, ваҡытында тейешле саралар күрергә ярҙам итәсәк, — ти УТБК-ның баш экологы Олег Данилов.
Экологик проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты 10 миллион һум аҡса сарыф итә.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан