Тик ҡыш ҡына әлегә беҙҙе йомшаҡ ҡарҙары менән бигүк ҡыуандырмай. Уның ҡарауы, йылғала боҙ етерлек. Был материалдан оҫта-лар байрам үтәсәк майҙанды биҙәү эштәрен башлаған да инде. Ҡайһы бер ауылдарҙа ла яңы йылға әҙерләнеүҙәре һиҙелә: ѳй алдарында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һындары ѳсѳн ҡар ѳйѳмдәре ҡалҡа, ә тәҙрәләрҙе ҡағыҙҙан ҡырҡылған ҡар бѳртѳктәре биҙәй... Ә һеҙ, дуҫтарыбыҙ, гәзитебеҙҙең киләһе һанында кѳнсығыш календары буйынса ниндәй йыл килеүе, уны нисек һәм нимә әҙерләп ҡаршыларға кәрәклеге тураһында кәңәштәребеҙҙе уҡырһығыҙ.