Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2019, 11:15

Бөрөлә ремонт эштәре атҡарыласаҡ подъездар билдәләнгән

Киләһе йылда Бөрө ҡалаһындағы 25 күп ҡатлы йортта 56 подъезд ремонтланасаҡ. Быйыл 20 күп ҡатлы йортта шулай уҡ 56 подъезд ипкә килтерелгән. Әле ҡабул итеү-тапшырыу акттары тултырыла.

Киләһе йылда Бөрө ҡалаһындағы 25 күп ҡатлы йортта 56 подъезд ремонтланасаҡ. Быйыл 20 күп ҡатлы йортта шулай уҡ 56 подъезд ипкә килтерелгән. Әле ҡабул итеү-тапшырыу акттары тултырыла.
Республика бюджетынан өҫтәмә бүленгән аҡсаға иһә Тыныслыҡ урамындағы 72, 134-а, Киров урамындағы 24/4, 30-а коридор тибындағы йорттарҙың дүрт подъезы ремонтлана. Бында матурлап биҙәү, стеналарҙы буяу, түшәмдәрҙе һәм яҡтыртҡыстарҙы алмаштырыу эштәре бара. Әле подрядсы хеҙмәткәрҙәре Тыныслыҡ урамындағы 72-се йорттағы подъезды ипкә килтерә.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан. Фото: bash.news
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: