Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2019, 11:30

Өфө-Белорет юлында - үлемесле авария...

Бөгөн Архангел районында ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, унда кеше ғүмере ҡыйылған.

Бөгөн Архангел районында ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, унда кеше ғүмере ҡыйылған.
Фажиғә 10 декабрҙә көндөҙгө сәғәт бер тирәһендә була. Өфө - Инйәр - Белорет трассаһының 64-се саҡрымында "Ford Mondeo" һәм "Ford Focus" сит ил автомобилдәре бәрелешә. Икеһе лә ҙур зыян күрә. Иң аяныслыһы: "Ford Mondeo"ның 59 йәшлек пассажиры ауыр тән йәрәхәттәренән урында уҡ йән бирә, шулай уҡ ике водитель һәм "Ford Focus" автомобиленең өс пассажиры дауаханаға ауыр хәлдә оҙатыла. Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре авария сәбәптәрен асыҡлай.
Тышта йә йылыта ла, йә һыуыт, юлдар тайғаҡ... Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмере һеҙҙең ҡулда икәнлеген онотмағыҙ!
Читайте нас: