- Ни ѳсѳн мин һәр предприятиеға һәм инвесторға йәбешеп ятам? Беҙҙең яҡташтар, тәжрибәле белгестәр ғаиләләрен ҡалдырып икенсе тѳбәктәргә китмәһен, Владивостокта вахтовиктарыбыҙ менән булған күңелһеҙ хәл ҡабатланмаһын ѳсѳн тырышам. Айҙар буйы хеҙмәт хаҡын алмаған яҡташтарыбыҙға бѳгѳнгѳ кѳндә лә ярҙам итәбеҙ. Ғѳмүмән, бер кемде һис ҡасан бәләлә ҡалдырмаясаҡбыҙ. Бындай хәлдәр бүтән ҡабатланмаҫ, кешеләр республикала эш урындары, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы табыр тигән ышаныстамын.