- Мин бер ваҡытта ла меңдәрсә кешене эшһеҙ ҡалдырырға ризалашмаясаҡмын. Мине һындырырға маташыу, ҡулдарымды шаҡарыу, журналистарҙы, милләтселәрҙе ҡотортоу файҙаһыҙ. Был - бер компанияны баҙарҙан ҡыҫырыҡлап, үҙҙәренең эшен башларға теләгәндәрҙең аҙымы. Улар ҙа бит тәбиғи байлығы йәһәтенән Ҡуштауҙан ҡалышмаған территорияға инерҙәр ине. Ѳҫтәүенә, Стәрлетамаҡ бер нисә йыл, ғәфү итегеҙ, ыштанһыҙ ултырыр ине! Беҙ даими рәүештә урындағы халыҡтың фекерен ѳйрәнәбеҙ. Уларҙың һәр береһе сода етештереүҙең күп йылдарға туҡтап тороуы нимәгә килтерәсәкте яҡшы аңлай. Ә ойошҡан рәүештә баҫым яһарға тырышыусыларға хоҡуҡи баһа биреләсәк, - тине Хәбиров.