Башҡортостан Сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев эш сәфәре барышында Белорет металлургия комбинатында булды.
Бында ул нефть-газ һәм тау сығарыу, күперҙәр һәм суднолар төҙөү өлкәләре өсөн импортты алмаштырыусы канаттар етештереү цехын ҡараны. Комплекс республика хөкүмәте һәм Рәсәй сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамында 2018 йылдың декабрендә асылғайны.
Министр комбинаттың яңы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән дә танышты. Уны 2023 йылда тамамлау планлаштырылған. “Белорет металлургия комбинаты республикабыҙҙың сәнәғәт флагмандарының береһе. Уға һәр яҡлап ярҙам буласаҡ”-тине министр.