Рәсәй Президенты Кремлдә үткән Хәтер һәм Дан йылын уҙғарыу буйынса "Еңеү" ("Победа") ойоштороу комитетының ултырышында рәйес булды.
Сарала Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын үткәреү, ветерандарға ярҙам итеү, эҙәрмәндәр эшмәкәрлеге, хәрби-мемориал эше тураһында темалар күтәрелде.
Владимир Путин билдәләүенсә, Хәтер һәм Дан йылы булараҡ үткән юбилей йылында беҙгә ветерандарға, тых хеҙмәтсәндәренә айырыуса иғтибар күрһәтергә кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның геройҙары хаҡындағы иҫтәлектәрҙе лә һаҡлау мөһим. Һүҙ музейҙарҙағы экспонаттар тураһында ла.
Фото: Кремлин.ру сайтынан.