Көндәлек тормошта кемгә еңелерәк - ҡатын-ҡыҙғамы, әллә ир-атҡамы? Әлбиттә, һәр кемдең үҙ өҫтөнлөктәре, шулай ҙа көслө заттың көслө яҡтарын билдәләргә булдыҡ.1. Ир-егеткә күркәмерәк күренеү өсөн күтәрмәле йәки платформалы туфли кейеп, умыртҡалығына зыян килтереүҙең кәрәге юҡ. Шулай ҙа күтәрмәле аяҡ кейемен иң элек тап ир-егеттәр кейгән. Әле ирҙәр бындай түбәнселеккә төшмәҫ, йәғни бейеклеккә күтәрелмәҫ, моғайын.2. Бала тапҡандағы ғазаптарҙы ла белмәй улар. Нисек кенә булмаһын, туғыҙ ай буйы сабыйыңды йөрәк аҫтында йөрөтөп, тулғаҡ тотоу михнәтен кисереүгә ҡарағанда, бала табыу йортоноң тупһаһын тапау еңелерәк.3. Рулдәге һары сәсле иргә юл уртаһында туҡтап ҡуйыр тип ҡурҡып йәки хәүефләнеп ҡарамаясаҡтар.4. Бөҙрәханаға барыу - уның өсөн мөһим ваҡиға, ә яратҡан оҫтаңдың китеүе фажиғә түгел. Һис юғында, сәсте машинка менән дә алырға мөмкин.5. Тырнаҡтағы буяу иң мөһим мәлдә ҡупҡан тип бер ҙә ҡайғыраһы юҡ уға.6. Ир-егет биҙәнеү әйберҙәренә, эске кейемгә, алтын-көмөшкә аҡса сарыфламауҙы хуп күрә (ҡатын-ҡыҙға ғына бүләк итмәһә).7. Уның беренсе булып шылтыратыу, хәбәр ебәреү, подъезд төбөндә көтөү хоҡуғы бар. Ныҡышлығы өсөн ир-атты берәү ҙә тәнҡитләмәҫ.8. Эш биреүсе уның анкетаһына ҡарап: «Балағыҙ бар икән, тимәк, эште йыш ҡалдырасаҡһығыҙ» йәки «Балағыҙ юҡ икән, тимәк, оҙаҡламай декретҡа китәсәкһегеҙ», - тип көрһөнмәйәсәк.9. Һөйгәненең иһә үҙенән 10, 15, хатта 25 йәшкә кесерәк булыуы ихтимал. Дуҫтары уға көнләшеп кенә ҡараясаҡ.10. Олоғайғанға тиклем кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙ менән сағыштырғанда, ҡартайғансы өйләнмәй йөрөгән ир-егеттәргә мөнәсәбәт яҡшыраҡ.11. Бер фильмдағы героиня әйткәнсә, айы-рылған ирҙе - ирекле, ә ҡатынды ташлағандар, тиҙәр. Нисек кенә булмаһын, был һүҙҙәрҙә бер аҙ хаҡлыҡ бар кеүек.12. Нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙ эшләгән ойошмалар ир-егетте ихлас ҡабул итеүсән.13. Тәүге осрашыуҙа уға, әҙәп һаҡлап, йәшел сәйгә йәки ҡәһүәгә генә заказ биреүҙең кәрәге юҡ.14. Кафела йәки ресторанда ашаған өсөн ҡатын-ҡыҙ түләрме-юҡмы тигән һорау менән башын ҡатырмай ул.15. Ир-егет иртән макияжһыҙ ниндәй ҡиәфәттә булырмын тип борсолмай.