2020 йылдың башында бихисап кеше WhatsApp-һыҙ ҡалыуы ихтимал. Был иҫкергән мобиль ҡоролмаларға ҡағыла, тип яҙа “Рәсәй гәзите”.
Беренсе ғинуарҙан мессенджер iOS 8 системалы айфондарҙа, 2.3.7. Андроидлы смартфондарҙа, ә 1 февралдән иһә Windows Mobile операцион системалы ҡоролмаларҙа эшләмәйәсәк.
WhatsApp ҡушымтаһын һүндереү сәбәбе былай аңлатыла: иҫкергән операцион системаларҙың яңы функциялар ѳҫтәү йәһәтенән мѳмкинлектәре сикле. Мәҫәлән, иҫке смартфондар аша WhatsApp-та теркәлеп булмай. Шулай уҡ элекке ОС версиялар иҡтисади яҡтан да сығымлы икән.