Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2019, 11:55

Барыһы ла сәләмәтлек өсөн

Ноябрҙә Белорет үҙәк район клиник дауаханаһына килтерелгән мобиль күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты йөҙ кешенән әҙерәк йәшәгән ауылдарға сыҡты.

Ноябрҙә Белорет үҙәк район клиник дауаханаһына килтерелгән мобиль күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты йөҙ кешенән әҙерәк йәшәгән ауылдарға сыҡты.
Үткән аҙнала тәгәрмәсле госпиталь Уралтау ауылында булды. Диспансеризация сиктәрендә фельдшер һәм терапевт ауыл халҡын ҡараны. Районда 50-нән 90-ға тиклем кеше йәшәгән 10-ға яҡын ауыл иҫәпләнә. Шулай булғас, күсмә ФАП тик тормаясаҡ. Күсмә машинала ЭКГ үтеү, анализдар биреү, пациент тураһында антропометрик мәғлүмәттәр алыу мөмкинлеге бар.
Үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы Евгений Кустов әйтеүенсә, ҡаланың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ике ай эсендә генә яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Яңыраҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы заманса медицина техникалы булды. Бөгөнгө көнгә тиклем дауахананың үҙ МРТ-һы булманы. Магнит-резонанс томографияны тик ҡала поликлиникаһында түләүле генә үтергә мөмкинлек бар ине. Яңы ҡорамал стационарҙа ҡуйыласаҡ һәм декабрь урталарында эшләй башлаясаҡ. Тиҙҙән Белорет һәм күрше район пациенттары диагностикалау процедураһы үтеү өсөн баш ҡалаға барып йөрөмәйәсәк. Белгестәр ҙә әҙер. Улар йыл дауамында белемдәрен камиллаштырған.
Ошо көндәрҙә стационарҙа заманса компьютер томографы ла ҡуйылған. Яңы аппаратта сеанс тиҙ арала башҡарыла. Сабыйҙарға һәм балаларға, тыныс ятһын өсөн, наркоз эшләү ҙә, тынысландырыу препараттары ебәреү ҙә кәрәкмәй. Һанаулы секундтарҙа ғына компьютер меңләгән һүрәт тураһында мәғлүмәтте эшкәртә һәм иң сифатлыһы баҫтырып сығарыла. Ә быға тиклем станционарҙа торған компьютер томографы 1-се поликлиникаға күсерелә. Шулай булғас, белореттарға тикшереү үтеү ваҡыты ҡыҫҡара.
Белорет дауаханаһы стационарында тағы ла бер уникаль яңылыҡ - Philips инновацион технологиялары базаһында Affiniti 70 ультратауышлы система. Аппарат техник яҡтан ҡатмарлы пациенттарҙы тикшереү мөмкинлеге бирә. Ул диагностикалау ваҡытын күпкә ҡыҫҡарта, был инде хәл өҫтөндәге ауырыуҙарҙы ҡабул иткәндә мөһим.
Медицина ҡорамалдары ҡайһы бер подразделениеларҙа ла яңыртыла. Стоматология поликлиникаһына заманса биш балалар стоматология ҡулайламаһы, ә стационарға күп функциялы карауаттар һәм электр күсергесле операция өҫтәлдәре килтерелде. Ошо көндәрҙә “КамАЗ” автомобиле базаһында күсмә флюорограф алынды.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: