РФ Хеҙмәт кодексы буйынса, хеҙмәткәр эштән китеү тураһында ғариза яҙғас, ҡулланылмай ҡалған отпускыһы өсөн аҡсалата компенсация алырға хоҡуҡлы. Был йәһәттән бер ниндәй ҙә ваҡыт сикләүҙәре юҡ.
Әгәр етәксе эштән киткән хеҙмәткәргә ҡулланылмаған ял өсөн ваҡытында компенсация түләмәһә, хеҙмәткәр уны суд аша алыу хоҡуғына эйә. Судҡа хеҙмәт килешеүе өҙөлгән мәлдән иҫәпләнгән билдәле ваҡыт эсендә мөрәжәғәт итергә кәрәк.