Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2019, 18:10

Рәсәйҙең 500 топ иҫтәлекле урындары исемлегенә инде

2020 йылда милли брендтарҙың исемлеген ике тапҡырға арттырыу ҡаралған.

2020 йылда милли брендтарҙың исемлеген ике тапҡырға арттырыу ҡаралған.
Башҡортостандың һигеҙ мәҙәни бренды, туристар күҙлегенән сығып, Рәсәйҙең 500 топ иҫтәлекле урындары исемлегенә индерелде. Улар араһында республиканың билдәле вәкилдәре һәм урындары – башҡорт милли геройы Салауат Юлаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим, рәссам Михаил Нестеров, Шихан тауҙары, Ләлә-Тюльпан мәсете, башҡорт милли кәсептәре, башҡорт балы һәм шулай уҡ Рәсәйҙә берҙән-бер һаҡланып килгән Белореттағы завод гудогы. Был турала Өфөлә этнотуризм буйынса тәүге халыҡ-ара форумында Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһының туризмды үҫтереү буйынса комиссия рәйесе Андрей Максимов белдерҙе.
Урындағы мәҙәни брендтарҙың милли картаһы “Тере мираҫ” проекты сиктәрендә йыл дауамында төҙөлдө.
- “Тере мираҫ” порталы – туристарға иҫтәлекле урындарҙы һайларға ярҙам иткән милли агрегатор. Сит илдекеләр өсөн инглиз һәм немец телдәренә автотәржемә ҡаралған. Артабан телдәр иҫәбе артасаҡ, - тине Андрей Максимов.
Интерактив халыҡ платформаһына теләгән һәр кеше инеп теркәлә һәм яңы мәҙәни брендтар тәҡдим итә ала. Шулай ҙа, һуңғы һүҙ биләмәнең туризм һәм маркетинг буйынса белгестәре составындағы жюриға бирелә. 2020 йылда проект командаһы топ-1000 иҫтәлекле урындарҙың исемлеген төҙөргә уйлай. Исемлек төҙөүҙә һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала.
Читайте нас: