Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 11:35

Һөт кухняһы тергеҙелә

Республикабыҙҙа һөт кухнялары яңынан тергеҙелә башланы.

Республикабыҙҙа һөт кухнялары яңынан тергеҙелә башланы.Белоретта ла бер нисә йыл элек ябылған һөт кухняһы яңынан эшләй башлаясаҡ. Ошо көндәрҙә ҡалала һөт кухняһы продукцияһын биреү пункты асыласаҡ. Тәүге пункт Крупская урамында урынлашҡан. Әле бында окументтар ҡабул итеү, исемлекте тулыландырыу эштәре бара. Икенсе һөт кухняһы продукцияһын биреү пункты К.Маркс урамындағы 57-се йортта урынлашасаҡ. Ризыҡты бушлай алыу хоҡуғына эйә булған ғаиләләргә бында һөт, кефир, эремсек, һуңғараҡ йогурт алыу мөмкинлеге була. Әлегә һөт продукттары Стәрлетамаҡ һөт фабрика-кухняһынан килтерелә.
Ә икенсе йыл иһә Белоретта һөт кухняһы базаһы буласаҡ. Һөт кухняһы алты айҙан өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы сифатлы ризыҡтар менән бушлай тәьмин итәсәк. Әле буласаҡ һөт кухняһында (ул элекке 122-се училище бинаһында урынлашҡан) ремонт бара. Төҙөкләндереү эштәрен “Агросервис” йәмғиәте башҡара. Һөт кухняһы сафҡа ингәндән һуң, уның хеҙмәттәре менән ҡаларайон халҡы ғына түгел, күрше райондар ҙа файҙалана аласаҡ.
Фото: ufa.bezformata.com
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: