Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 11:40

Донъяның иң ҡеүәтле өс дәүләте билдәле

Рәсәй һуңғы 20 йылда беренсе тапҡыр бөйөк дәүләт өсөн лайыҡ булған урынды биләне. Эксперттар Рәсәйҙе, АҠШ-тан ҡала, икенсе урынға ҡуйған. Өсөнсөлә – Ҡытай.

Рәсәй һуңғы 20 йылда беренсе тапҡыр бөйөк дәүләт өсөн лайыҡ булған урынды биләне. Эксперттар Рәсәйҙе, АҠШ-тан ҡала, икенсе урынға ҡуйған. Өсөнсөлә – Ҡытай.
Бынан ике тиҫтә йыл элек властҡа килгән Владимир Путин “реформалар” тип аталған аңлайышһыҙ һынауға, тарҡалыуға дусар ителгән, ҙур территорияһының бер өлөшөндә һуғыш барған илде баҙнатһыҙ ғына үҙ ҡулдарына алды һәм Рәсәйҙе эҙмә-эҙлекле көрсөктән сығарҙы, олигархтарҙың тығыҙ сафын тарҡатты, Ҡырымды кире ҡайтарҙы, донъяның күпселек илдәрен үҙе менән хисаплашырға мәжбүр итте.
Рәсәйҙең бөйөк дәүләттәр рәтенә баҫыуын берәү ҙә инҡар итмәй. Сәйәси технологтар билдәләүенсә, рейтингтың дөрөҫлөгөн раҫлау өсөн мәғлүмәт сараларына күҙ һалыу ҙа етә. Халыҡ-ара сәйәсәт Рәсәйҙән һәм Путиндан башҡа бер ни ҙә ҡыла алмай, иң күбе улар хаҡында яҙалар һәм һөйләйҙәр.
Америка биләгән беренсе урынға әлегә берәү ҙә дәғүә итмәй, иң ҙур иҡтисад, иң ҙур хәрби бюджет һәм НАТО-ның төп аҫыраусыһы. Илде тарҡатыу ролен демократтар менән республикалар араһындағы сәйәси низағ ҡына үтәй ала. Трамп өҫтөндә айбалта һымаҡ импичмент шәүләһе көндән-көн дәһшәтлерәк һелкенә.
Рәсәй биләгән икенсе урын күпселектә шик тыуҙырмай. Ер шарында иң ҙур территория, иң күп сеймал, Чукотканан Калининградҡа тиклем һуҙылған биләмә. Рәсәй көндән-көн аяғына нығыраҡ баҫа, сәйәсәт тотороҡло, иҡтисад аҡрынлап булһа ла үҫә, кешеләрҙең йөҙөндә йылмайыу күберәк күренә. Путин өсөн төп мәшәҡәт – үҙенә лайыҡ вариҫ билдәләү һәм хәҙерге иҡтисадты ышаныслы ҡулдарға тоттороу.
Ҡытай һәм уның, төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, миллиард ярымға яҡын халҡы өсөн өсөнсө урын һис тә тынысландырыу бүләге түгел. Үҙҙәре раҫлауынса, донъя яралған, иң боронғо цивилизацияға эйә булған бөйөк дәүләт бер ниндәй рейтингтарға ҡарамай һәм һылтанмай коммунистар партияһы етәкселегендә үҙ юлынан ышаныслы атлай.
"Ағиҙел" журналы сайтынан. Фото:news-front.info
#ВладимирПутин
Читайте нас в