“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы көтөлә. Алдағы көндәрҙә республика биләмәһендә ҡар, епшек ҡар, ел секундына 17-22 метрға тиклем көсәйгәндә буран фаразлана. Юлдарҙа көрт, ҡар бутҡаһы, боҙлауыҡ.
Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, һауа шарттарының боҙолоуы атмосфера фронтының күсеүе менән аңлатыла. 19, 20 декабрҙә күп итеп ҡар яуыуы ихтимал.
Ял көндәренә, синоптиктар фаразы буйынса, һауа торошо үҙгәрә һәм көндәр һалҡынайта.