Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 18:10

Республикала яңы ордендар һәм маҡтаулы исемдәр тапшыра башлайҙар

Башҡортостанда генерал Шайморатов ордены көс структуралары вәкилдәренә һәм ҡотҡарыусыларға, шулай уҡ йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда, кешеләрҙе ҡотҡарғанда батырлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙға тапшырыла. Емешле дәүләт, йәмәғәтселек һәм хәйриәлек эшмәкәрлеге өсөн Григорий Аксаков ордены менән бүләкләү күҙ уңында тотола. Кесаҙна, 19 декабрҙә, Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында депутаттар ике ордендың статустарын раҫлау тураһында ҡарарҙар ҡабул итә.

Республика парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, республикала шулай уҡ өс яңы маҡтаулы исем барлыҡҡа килде: «Башҡортостандың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы», «Башҡортостандың атҡаҙанған эшҡыуары», «Башҡортостандың атҡаҙанған IT-индустрия хеҙмәткәре».
Хәҙер республикала «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» билдәһе урынына «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы тапшырыла, ә «Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе» тигән маҡтаулы исем «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре»нә алмаштырылды.
Башинформ.
Читайте нас: