Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 13:45

Страховка иғәнәһен түләргә онотмағыҙ

Шәхси эшҡыуарҙар, шәхси практика менән шѳғѳлләнгән адвокаттар һәм нотариустар, арбитраж управляющийҙар һәм башҡа шәхестәр 2019 йылдың 31 декабренә тиклем билдәләнгән күләмдә страховка иғәнәһен түләргә бурыслы.

Страховка иғәнәһе 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2019 йылдың 31 декабренәсә түбәндәге күләмдә түләнә:
- 18210202140061110160 бюджет классификацияһы коды буйынса мотлаҡ пенсия страховкаһы - 29 354 һум;
- 18210202103081013160 бюджет классификацияһы коды буйынса мотлаҡ медицина страховкаһы - 6 884 һум.
Әгәр 2019 йылда килем күләме 300 мең һумдан ашыу булһа, ул саҡта ѳҫтәмә рәүештә иҫәпләп, сумманың 1%-ын мотлаҡ пенсия страховкаһына түләргә кәрәк. Был ѳҫтәмә түләү 2020 йылдың 1 июленә тиклем ғәмәлгә ашырылырға тейеш.
Иғәнәне “Һалым түлә” сервисын ҡулланып түләргә мѳмкин. Был сервис арҡылы түләү документы - квитанцияны тултырырға, шулай уҡ онлайн режимда иғәнәне лә түләргә мѳмкин.
Район-ара һалым инспекцияһы.
Читайте нас: