Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2019, 15:00

Башҡорт теле йәшәһен!

Ҡаланың Үҙәк китапханаһында башҡорт телен ихтирам итеүселәр “Башҡорт теле көнө”нә арнап диктант яҙҙы. Шағир, яҙыусы Мәүлит Ямалетдиновтың “Еҙ ҡомған” әҫәренән алынған өҙөк бөйөк шәхес, мәғрифәт йырсыһы Мифтахетдин Аҡмулла тураһында булды. Диктантты Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, яҙыусы Фәриха Вәлиуллина уҡыны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы менән 14 декабрь “Башҡорт теле көнө” тип иғлан ителеүгә белореттар бына шулай ҡушылды. Район-ҡала китапханаларында, мәктәптәрҙә ошо кѳнгә арналған төрлө саралар үткәрелде.
Башҡортса һөйләшергә, китаптар уҡырға, башҡорт телен һаҡларға һәм ҡәҙерләргә кәрәклеге тураһында йәш быуын да бик яҡшы аңлай. Был көндә иһә диктант яҙырға 100-гә яҡын кеше йыйылды. Улар араһында мөхәрририәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, уҡытыусылар, башҡорт ҡоролтайы ағзалары, студенттар, уҡыусылар булды.
Диктант яҙған 100-гә яҡын кеше араһынан 35-е “бишле”гә яҙҡан. Кисә "биш"легә яҙғандарға Дипломдар, сертификаттар, бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: