Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2019, 12:00

Эш урынынан ҡолаҡ ҡаҡмайым тиһәң...

РФ Хеҙмәт кодексының 81-се статьяһына (6-сы пункт, 1-се киҫәк) ярашлы, хеҙмәткәрҙе эштән бушатыуға килтергән хеҙмәт дисциплинаһын тупаҫ боҙоуҙар

РФ Хеҙмәт кодексының 81-се статьяһына (6-сы пункт, 1-се киҫәк) ярашлы, хеҙмәткәрҙе эштән бушатыуға килтергән хеҙмәт дисциплинаһын тупаҫ боҙоуҙар:
- бер ниндәй сәбәпһеҙ көнө буйы, йәки 4 сәғәттән ашыу эш урынында булмау;
- хеҙмәткәрҙең эшкә спиртлы эсемлектәр, йәиһә наркотик, йә бүтән иҫеркес матдәләр ҡулланған хәлдә килеүе;
- эш урынында сит мөлкәткә ҡул һуҙыу, әрәм-шәрәм итеү, яуыз ниәт менән боҙоу, юҡҡа сығарыу;
- хеҙмәтте һаҡлау комиссияһы тарафынан билдәләнгән талаптарҙы, нормаларҙы тупаҫ боҙоу.
Һәр дисциплинар яҙыҡлыҡ өсөн хеҙмәткәргә бары тик бер генә дисциплинар яза ҡулланыла. Әммә хеҙмәткәрҙең ғәйебе арҡаһында уға бирелгән яза фәтүә килтермәһә, был осраҡта хеҙмәткәргә яңы яза бирелә, йәиһә РФ Хеҙмәт кодексының 81-се статьяһына ярашлы, тәртип боҙоусы эштән бушатыла.
Читайте нас: