Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2019, 11:25

Һөнәри әҙерлек үҙәге эшләй башлай

Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Мәғариф" милли проектының "Йәш профессионалдар" төбәк проектын бойомға ашырыу сиктәрендә 2020 йылда республикала алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге эшләй башлай.

Үҙәк эшмәкәрлеген мәғлүмәти яҡтан тәьмин итеү маҡсатында "Интернет" мәғлүмәти-телекоммуникация селтәрендә һанлы платформа булдырыласаҡ. Платформала алдан һөнәри әҙерлек алып барыу өсөн барлыҡ ресурстарҙың мәғлүмәттәр базаһы урынлаштырыласаҡ.
Әлеге ваҡытта оҫтаханаларҙы йыһазландырыу өсөн ҡорамалдар, Башҡортостанда хеҙмәт баҙары талап иткән компетенциялар исемлектәре төҙөлә һәм дизайн-проект әҙерләнә.
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: