Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2019, 12:00

Учалыла - "SPORTFEST"

Учалы филармонияһының спорт залында һаулыҡтары сикләнгән кешеләр өсөн өҫтәл уйындары буйынса "SPORTFEST" фестивале үтте. Ул Учалы инвалидтар ойошмаһы отҡан президент гранты иҫәбенә ойошторолдо.

Учалы филармонияһының спорт залында һаулыҡтары сикләнгән кешеләр өсөн өҫтәл уйындары буйынса "SPORTFEST" фестивале үтте. Ул Учалы инвалидтар ойошмаһы отҡан президент гранты иҫәбенә ойошторолдо.
Сарала Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Күгәрсен, Сибай, Учалы, Хәйбулла командалары ҡатнашты.
Спортсылар армрестлинг, дартс, «Джакколо», «Керлинг», «Шаффлборд» һәм «Новус» кеүек спорт өҫтәл уйындарында көс һынашты.
Һаулыҡтары сикләнһә лә, тормошта ҡайнап йәшәргә ынтылған дәртле, рухлы кешеләр йыйылған был фестивалдә еңелеүселәр булманы. Белорет ҡалаһынан да 11 спортсынан торған команда фестивалдә ҡатнашып, төрлө спорт т!рҙәрендә үҙҙәрен һынап ҡараны һәм еңде.
Читайте нас: