Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2019, 15:00

Суррогат алкоголь етештереү тураһындағы мәғлүмәт өсөн – 50 000 һум

Радий Хәбиров ялған алкоголь етештереү тураһындағы мәғлүмәт өсөн 50 000 һум күләмендә аҡса түләйәсәк. Хөкүмәт түләү йәһәтенән конфиденциаллек һаҡларға гарантия бирә.

Радий Хәбиров ялған алкоголь етештереү тураһындағы мәғлүмәт өсөн 50 000 һум күләмендә аҡса түләйәсәк. Хөкүмәт түләү йәһәтенән конфиденциаллек һаҡларға гарантия бирә.
Республика башлығы Радий Хәбиров йәшерен суррогат алкоголь етештереүҙе асыҡлау өсөн яңы ысулдар тураһында хәбәр итте. Етештереү хаҡында мәғлүмәт биреү – 50 мең һум, һатыу тураһында – 2 мең һум. Конфиденциаллек һәм түләү йәһәтенән ҡыйынлыҡтар тыумаясаҡ.
- Зирәк һәм ҡәбәхәт дошманға ҡаршы ошондай сараларға ла барырға тура килә. Бөгөнгө көндән беҙ кеше үлтереүсе иҫерткес суррогаттарҙы йәшерен һатыуға элмәкте нығыраҡ тарттырабыҙ. Мәғлүмәт еткереүселәргә аҡса түләй башлаясаҡбыҙ, - тине Республика башлығы социаль селтәрҙәрҙә.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, былтырғыға ҡарағанда, быйыл эскелектән үлеүселәр һаны 115 кешегә әҙерәк. Хөкүмәт үҙенә был һанды бөтөнләй кәметеү бурысын ҡуйҙы. Йыл башынан алып республикала 8 йәшерен цех юҡ ителгән; 70 меңдән ашыу литр иҫерткес продукция тартып алынған. Суррогатты хатта балаларға ла һатҡандар.
Радий Хәбиров республика халҡына үҙ күршеләрен ағыулаусы әшәке әҙәмдәр тураһында хәбәр итеүҙе һораны.
Башҡортостан Республикаһының Сауҙа буйынса дәүләт комитеты суррогат алкоголь етештергән цехтар, һатыу нөктәләре тураһында мәғлүмәтте “Хәүефһеҙ мөхит” порталында (тәүлек әйләнәһенә) һәм +7(347)218 09 87 (эш көндәрендә 9.00-19.00 сәғәттә) телефон һандары буйынса ҡабул итә.
Читайте нас: