“Мораттау” курортын үҫтереүгә 10 миллиард һум йәлеп ителә.
Хөкүмәткә үткән “Төҙөлөш сәғәте”ндә ошоға бәйле проект ҡаралды. Мәскәүҙән инвестор Белорет районында илдәге иң ҙур ғаилә курорттарының береһен булдырырға ниәтләй. Киләсәктә бында йылына 500 меңдән ашыу турист ял итә аласаҡ.
Курортта тау саңғыһы трассалары һанын күбәйтеү, шифахана, ҡунаҡханалар төҙөү ҡарала. Проектты дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырыу күҙаллана. Республика Башлығы Радий Хәбиров концепцияны ентекле өйрәнергә һәм аныҡ тәҡдим әҙерләргә ҡушты.