Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2019, 11:30

"Тиҙ ярҙам"дың береһе - Белоретҡа

Быйыл Башҡортостан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә йәмғеһе 24 «Тиҙ ярҙам» машинаһы алды. Яңыраҡ Башҡортостан дауаханалары паркы йәнә 13 «Тиҙ ярҙам» машинаһына тулыланды.

Быйыл Башҡортостан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә йәмғеһе 24 «Тиҙ ярҙам» машинаһы алды. Яңыраҡ Башҡортостан дауаханалары паркы йәнә 13 «Тиҙ ярҙам» машинаһына тулыланды.
Яңы автомобилдәр Бәләбәй, Баймаҡ, Бөрйән, Бүздәк, Дүртөйлө райондарының үҙәк дауаханаларына, Сибай, Нефтекама, Салауат, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаларына оҙатылды. Бәхетле исемлектә Белорет район клиник үҙәк дауаханаһы ла бар.
УАЗ-дың яңы медицина версияһы элекке «буханкалар»ға оҡшамаған. Яңы автомобилдәр УАЗ шассийы нигеҙендәге В класлы махсус техника. Махсус машиналар каркаслы-панелле технология буйынса йыйылған, наркоз-тын алыу ҡорамалы, носилкалар, электрокардиограф, дефибриллятор, реанимация йыйылмалары, йылытылмалы юрғандар менән йыһазландырылған.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Фото: Белорет район үҙәк клиник дауаханаһы сайтынан.
Читайте нас: