Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2019, 13:35

“Өфө” халыҡ-ара аэропорты 3,5 миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе

Ошо көндәрҙә “Өфө” халыҡ-ара аэропорты үҙ тарихында тәүге тапҡыр 3,5 миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе.

Ошо көндәрҙә “Өфө” халыҡ-ара аэропорты тәүге тапҡыр 3,5 миллионынсы пассажирҙы хеҙмәтләндерҙе.
Аэропорттың генераль директоры Александр Андреев әйтеүенсә, йылды яңы рекордтар менән тамамлау һауа авиаузелы өсөн яҡшы йолаға әүерелде. Быйыл бәхетле пассажир – Евгения Казакова. Ул “Рәсәй” авиакомпанияһының Өфөнән Санкт-Петербургҡа осҡан рейсына теркәлгән була. Евгения Григорьевна ҡыҙы һәм өс ейәнсәре менән бергә Яңы йылды туғандары менән ҡаршылау өсөн төньяҡ баш ҡалаға юлланды.
3,5 миллионынсы пассажирҙы республика Хөкүмәте исеменән Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин ҡотланы.
– Бөгөн республика авиаташыуҙарҙы арттырыуға һәм киңәйтеүгә айырым иғтибар бирә, рейстарҙы субсидиялауҙа әүҙем ҡатнаша. “Өфө” аэропорты Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты киләһе йылда ла һаҡлап ҡалыр һәм йылдам үҫешен дауам итер, тигән өмөттәбеҙ, – тине ул.
“Рәсәй” авиакомпанияһы Евгения Казаковаға Өфө–Санкт-Петербург–Өфө маршруты буйынса бушлай осошҡа сертификат бүләк итте. Өфө аэропорты иһә уға түләүһеҙ туҡталҡаға, бизнес-залда хеҙмәтләндереүгә сертификаттар, иҫтәлекле сувенирҙар тапшырҙы.
Фото: "Өфө" аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: