Фажиғә 25 декабрҙә Белорет районында теркәлгән.
Мулдаҡай ауылында йәшәгән 33 йәшлек ир поезд яҡынлашып килһә лә ВАЗ-2114 автомобилендә Асы ауылы янындағы шлагбаумһыҙ тимер юлы үткәргесенә сыҡҡан тип хәбәр итә Куйбышев тимер юлының матбуғат хеҙмәте. 16 вагонлы составтың машинисы экстрен туҡтатыу ҡулланһа ла, ара етмәгән - локомотив еңел автомобилде бәрҙергән.
Водитель авария урынында йән биргән.
Әле тимер юл бәйләнеше кире тергеҙелгән, фажиғә урынында махсус органдар эшләй.