Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2019, 12:25

Милли проект: Йомағужала парк асылды

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев хәбәр итеүенсә, Йомағужала күркәм парк асылған.

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев хәбәр итеүенсә, Йомағужала күркәм парк асылған.
Белеүегеҙсә, 2020 йыл тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүгә арналасаҡ (Тораҡ пункттарҙың эстетикаһы йылы - Год эстетики населеннных пунктов). Эштәр быйылдан уҡ башланған.
"Беҙ Йомағужа ҡасабаһы халҡына уңайлы мөхит булдырыуҙы дауам итәбеҙ. Ихаталар төҙөкләндерелә, подъездар ремонтлана, юлдар һалына, обелиск реконструкциялана. Бөгөн Боҙ ҡаласығы менән бергә "Уңайлы ҡала мөхите" программаһы буйынса төҙөлгән паркты ла астыҡ. Беҙҙең шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рәмзил Ишһарин да килде. Төҙөүселәргә парк өсөн рәхмәт", - тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Ғайса Янбаев «Бәйләнештә» селтәрендә.
Был ял урынында сәхнә лә, уйын майҙансыҡтары ла, йүгереү һәм велосипед өсөн айырым юлдар ҙа бар. Киләһе йылдан фонтан эшләй башлаясаҡ.
Әлеге парк Рәсәй Президенты тарафынан булдырылған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты күрһәткестәренә ирешеүҙең бер аҙымы.
Яңылыҡ "Йәшлек" гәзитенән
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: