Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2019, 17:47

“Урал” арҡылы башҡорт телен ѳйрәнәм”

Матур күнәктәр ҙә, ниһайәт, үҙ эйәһен тапты. Белорет ҡалаһында тыуып-үҫеп, хәҙер инде байтаҡ йылдар Сермән ауылында донъя кѳткән Әлфиә Рафаэль ҡыҙы ЙӘҺҮҘИНАНЫҢ ѳлѳшѳнә тѳштѳ улар.

Матур күнәктәр ҙә, ниһайәт, үҙ эйәһен тапты. Белорет ҡалаһында тыуып-үҫеп, хәҙер инде байтаҡ йылдар Сермән ауылында донъя кѳткән Әлфиә Рафаэль ҡыҙы ЙӘҺҮҘИНАНЫҢ ѳлѳшѳнә тѳштѳ улар.
Инсафлығы, тыйнаҡлығы менән әсир ҡылған ханым гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫы икән.
- Ҡала мѳхитендә буй еткергәнгәлерме, башҡорт телен камил белеп бѳтмәйем. Һѳйләшеүен, әлбиттә, һѳйләшәм, әммә әҙәби тел ауырыраҡ бирелә. Шуның ѳсѳн туғандаш телде тѳплѳрәк ѳйрәнеү, бынан тыш район-ҡала, республика яңылыҡтары менән хәбәрҙар булыу, бай эстәлекле хикәйә-мәҡәләләр уҡыу маҡсатында “Урал”ға яҙылам, - ти һѳйкѳмлѳ гәзит уҡыусыбыҙ.
30 йылдан ашыу мәғариф ѳлкәһендә балаларға белем биргән Әлфиә Рафаэль ҡыҙы һәр йәһәттән дә маҡтауға лайыҡ. Ул уҡытып сығарған уҡыусылар тәүге остаздарын оло ихтирам менән иҫкә ала; мѳмкинлек сыҡҡан һайын янына барып, рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр. Йортонда ла ѳлгѳр хужабикә, ҡыҙына хәстәрлекле әсәй, зат зәүеренә туған йәнле, ярҙамсыл ул.
Үҙ сиратыбыҙҙа, дуҫыбыҙҙы еңеүе менән ҡотлап, үҙенә һәм яҡындарына ныҡлы сәләмәтлек, бәрәкәтле тормош, уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: