Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ғинуар 2020, 15:00

Туҡан, Ишле, Олойылға газлы буласаҡ

Бер нисә йыл рәттән районда Олойылға-Туҡан газ торбаһы төҙөү эше алып барылды. Уның оҙонлоғо – 69 саҡрымдан ашыу. Моғайын да, ул һуңғы йылдарҙа республикала төҙөлгән иң оҙон газ торбаларының береһелер.

Был газ торбаһын үткәреү иҫ киткес ҡатмарлы шарттарҙа ғәмәлгә ашырыла – ул тимер юлы, Белорет-Өфө, Асҡар-Өфө автоюлдары аша, таулы-һаҙлыҡлы урындарҙа һалына.
Муниципаль район башлығы В. Миронов хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты тарафынан Олойылға-Туҡан газ торбаһының проект документацияһы талаптарына ярашлы булыуы раҫланған. Был иһә яҡын киләсәктә Туҡан, Ишле, Олойылға ауылдары зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин ителәсәк тигән һүҙ..
Әйткәндәй, проекттың хаҡы – 300 млн. һумдан ашыу.
Фото В. Миронов сәхифәһенән.
Читайте нас: