Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ғинуар 2020, 13:00

Туҡанда мәҙәниәт йорто яңыртылды

Капиталь ремонттан һуң ауыл мәҙәнит йортоноң ҡайтанан асылыуы – Туҡан ауылы халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә Яңы йыл бүләге булғандыр.

Капиталь ремонттан һуң ауыл мәҙәнит йортоноң ҡайтанан асылыуы – Туҡан ауылы халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә Яңы йыл бүләге булғандыр.
“Көҙгөһөн эш барышын тикшереү һәм халыҡ менән осрашыу йәһәтенән Туҡан ауылына барған саҡта, мин туҡандарға Яңы йылға күркәм, йылы мәҙәниәт усағы вәғәҙәләгәйнем. Вәғәҙә – иман. Бөгөн клуб тулыһынса төҙөкләндерелгән: бинаның фасады, тәҙрәләре, ишектәре, йылытыу һәм электр менән тәьмин итеү системаһы тотош яңыртылған; иҙәндәре алыштырылып, диуарҙары тигеҙләнгән һәм буялған. Тамаша залында – уңайлы яңы ултырғыстар”, - тип үҙ сәхифәһендә хәбәр итә муниципаль район башлығы Владислав Миронов.
Бөгөнгө көндә Туҡан мәҙәниәт йортонда 8 ижади коллектив эшләй. Уларҙа 7 йәштән алып 85 йәшкә тиклем 100-ҙән артыҡ кеше шөғөлләнә.
ФОТО В. Мироновтың сәхифәһенән.
Читайте нас: