177 кешенең ғүмерен ҡыйған украин самолетының Иран күгендә һәләкәткә тарыу сәбәбе тип двигателдең янып китеүен атайҙар.
Ирандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы етәксеһе билдәләүенсә, фажиғә фәҡәт техник сәбәпкә бәйле, теракт версияһы хатта ҡаралмай ҙа. Һәләкәт урынында табылған ҡара йәшниктәрҙең береһе тикшереүгә йүнәлтелгән.
Иҫегеҙҙәлер, украин “Boing”ы 8 ғинуар иртәһендә Ирандың баш ҡалаһы Тегеран янында ҡолап, барлыҡ пассажирҙар һәм экипаж ағзалары һәләк булды. Украина президенты Владимир Зеленский ваҡытһыҙ вафат булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡан да инде.