Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2020, 16:20

Белореттан Өфөгә – бер сәғәт тә 30 минут

Өфөлә республика клиник перинаталь үҙәге биләмәһендә санитар авиация өсөн майҙансыҡ асылды.

Өфөлә республика клиник перинаталь үҙәге биләмәһендә санитар авиация өсөн майҙансыҡ асылды.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың июленә тиклем республикала тағы һигеҙ санавиация вертолет майҙансыҡтары төҙөләсәк. Санавиация майҙансыҡтары Нефтекамала, Асҡында, Баймаҡта (Сибайҙа), Мәсәғүттә, Стәрлетамаҡта, Белоретта һәм Өфөлә барлыҡҡа киләсәк. Пациенттарҙы Өфөгә вертолет менән килтереү ваҡыты кәмей. Стәрлетамаҡтан осоп килеү өсөн 40 минут, Сибайҙан һәм Баймаҡтан – бер сәғәт тә 40 минут, Белореттан – бер сәғәт тә 30 минут, Октябрьскийҙан бер сәғәт кенә кәрәк.
Фото: bashinform.ru.
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: