Мосолмандар йылды ай йѳрѳшѳ менән иҫәпләйҙәр. Ҡояш байығандан һуң, күктә ай бик нәҙек алтын ураҡ кеүек булып күренгән ваҡытта ай башы башлана. 29 йә 30 кѳндән һуң, икенсе ай күренгәс, икенсе ай башлана.
Ғәрәпсә ай исемдәре ошоларҙыр: Мѳхәррәм, Сәфәр, Рабиғүл-әүүәл, Рабиғүл-ахыр, Йомадиәл-әүүәл, Йомадиәл-әүүәл, Йомадиәл-ахыр, Рәжәб, Шәғбән, Рамаҙан, Шәүүәл, Зѳлһағиҙә, Зѳлхизә.
Яңы йыл, мосолман календары буйынса - Мѳхәррәм айының беренсе кѳнѳ, былтыр ул 1 сентябргә тура килде. Быйыл иһә, Һижри иҫәп менән, Яңы 1442 йыл 20 август кѳнѳ башланасаҡ. Әле Һижри 1441 йыл.