Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2020, 11:00

Онкология диспансеры төҙөүгә 185 млн. һумдан ашыу аҡса бүленә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү маҡсатында "Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү" милли проекты сиктәрендә республикаға клиник онкология диспансеры төҙөүгә 185 млн.735 мең һум аҡса бүленә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын үтәү маҡсатында "Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү" милли проекты сиктәрендә республикаға клиник онкология диспансеры төҙөүгә 185 млн.735 мең һум аҡса бүленә.
Рәсәй Премьер-министры Дмитрий Медведев "Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү" милли программаһына ярашлы,төбәктәр араһында һаулыҡ һаҡлау объекттарына бирелгән аҡсаның адреслы бүленешен раҫланы. Диспансерҙың хирургия корпусын төҙөүгә аҡса федераль бюджеттан бүленә,тип хәбәр итә Республика клиник дауаханаһы.
Бында төҙөлөш 2017 йылдың сентябрендә республика хакимиәте заказы буйынса башлана. Яңы корпус быйыл тәүге ярты йыллыҡта файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Объекттың дөйөм хаҡы - яҡынса 1,65 миллиард һум, шуның 781 миллион һумы - төҙөлөш-монтаж эштәренә, 741,7 миллион һумы йыһаздар һатып алыуға йүнәлтеләсәк.
Фото: Башинформ.
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас в